Шәжәрә дауамы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Шәжәрә дауамы
Ҙур түмәрҙә - ике балта,
Уйынсыҡтай берәүһе,
Дәү-дәү тырмаларға рәттән
Бәләкәсе терәүле.
Ат өҫтөндә - кескәй малай,
Һөйрәтеп килә күбә,
Олатай атлай янынан -
Күктәргә тейгән түбә.
Һуйған да ҡаплаған - үҙең,
Тип әйткәндәр күршеләр,
Әйтерһең дә миҙал тағып
Ҡуйған кеүек түшенә!
Икәү килә ялан буйлап,
Йәшел бесән тейәнеп,
Олатай атынан төшкән,
Эйәрендә - ейәне.
Аттан төшкәнгә лә кеше
Ҡыуаныр икән шул һан!
Ҡыуаныр шул - эйәренә
Атланыр ейән булһа.


2012

{{poemx| |